Башҡорт теле көнө менән ҡотлайбыҙ! Шөкөр итәм, таң атҡанда
Яңы көндөң тыуғанына,
Ошо көндә яҡындарым
Иҫәнлектә булыуына.
Шөкөр тимен, һәр береһенән
Изге хәбәр алған һайын.
Һаулыҡ булғас, башҡаһына
Табырбыҙ әле яйын.
Шөкөр итәм, аш - һыу менән
Өҫтәлем һығылып тора,
Өйөм эсе бәхет менән
Тулып нурланып тора.
Шөкөр итәм, эшем бар,
Көтөп алыр кешем бар.
Рәхәтләнеп һөйләшергә
Матур туған телем бар.
Яңы көндөң тыуғанына,
Ошо көндә яҡындарым
Иҫәнлектә булыуына.
Шөкөр тимен, һәр береһенән
Изге хәбәр алған һайын.
Һаулыҡ булғас, башҡаһына
Табырбыҙ әле яйын.
Шөкөр итәм, аш - һыу менән
Өҫтәлем һығылып тора,
Өйөм эсе бәхет менән
Тулып нурланып тора.
Шөкөр итәм, эшем бар,
Көтөп алыр кешем бар.
Рәхәтләнеп һөйләшергә
Матур туған телем бар.
645