Рекламный баннер 990x90px ban-1
Курс: 80.38 94.15

«Башҡорт теле байрамы менән! Иҫәнлек, бәхет һәм ҡыуаныстар теләйбеҙ!»

«Башҡорт теле байрамы менән! Иҫәнлек, бәхет һәм ҡыуаныстар теләйбеҙ!»

Тел тураһында мәҡәлдәр .
1. Абайламай һөйләгән – ауырымай үлгән.
Лишнее говорить – себе вредить.

2. Абынған һөрөнгәндән көлә.
Горшко над котлом смеется, а оба черны.

3. Ағас башын ел бутай, әҙәм башын тел бутай.
От одного слова – да на век ссора.

4. Ағас күрке – япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк.
Наряди пень в вешний день, и пень будет красавчик.

5. Ағас тамырына ҡарап үҫә.
Каков корень, таков и отпрыск.

6. Ағасына ҡарата балтаһы.
По дереву и топор.

7. Аҙнаһына биш йома.
Семь пятниц на неделе.

8. Аҙыҡ мулда бисмилла артын ҡыҫа.
Кто нужды не знает, тот и бога забывает.

9. Ай булмаһа, йондоҙ бар.
Солнца нет, так и месяц светит.

10. Айырылған айыуға, бүленгән бүрегә юлығыр.
Отделившаяся овца – волку корысть.

11. Айыуҙы ла бейергә өйрәтәләр.
И медведя плясать учат.

12. Айыу сәмләнһә, ҡоралайҙы баҫтырыр.
Задор силы не спрашивает.

13. Ай яҡтыһы ҡауыштырмаҫ, ҡояш нуры ҡыуандырмаҫ.
Луна не подружит, то и солнце не сведет.

14. Аҡыл – алтын.
Ум-разум дороже золота.

15. Аҡыллыға ым да етә. (Аҡыллыға – ишара.)
Умному намек, глупому толчок.

16. Аҡыллы уйлап ултырғансы, иҫәр эшен бөтөргән.
С умом – подумаем, а без ума –сделаем.

17. Алаһы ла, ҡолаһы ла – замана балаһы.
Каковы веки, таковы и дети.

18. Алғанда – бисмилла, биргәндә - әстәғәфирулла.
Займует так святушка сват, а занял так и черт не брат.

19. Алма ағасынан алыҫ төшмәй.
Яблоко от яблони далеко не падает.

20. Алма беш, ауыҙыма төш.
Яблоко, поспевай, в рот полезай.

21. Алтын-көмөш яуған ерҙән, тыуған-үҫкән ил яҡшы.
Родная сторона – колыбель, чужая – дырявое корыто.

22. Аптыраған өйрәк арты менән күлгә сумған.
Стал на думах, как на вилах.

23. Арҡандың оҙоно, һүҙҙең ҡыҫҡаһы яҡшы.
Хороша веревка длинная, а речь короткая.

24. Ас хәлен туҡ белмәй.
Сытый голодного не разумеет.

25. Асыу – бысаҡ, аҡыл – таяҡ.
Гнев – не помощник.

26. Ата менән әсә - алтын ҡанат.
Родители – добродетели.

27. Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән.
У матери учатся шубы шить, у отца – лук точить.

28. Ат бирһәң – үлер, тун бирһәң – туҙыр, ә яҡшылыҡ барыһын да уҙыр.
Коня подаришь – умрет, шубу подаришь – износится, а добро все переживет.

29. Атҡа менгәс, атаһын танымаған.
Залез в богатство – забыл и братство.

30. Атына ҡарама, затына ҡара.
Не смотри на кличку, смотри на птичку.

31. Атын урлатҡас, һарайын бикләгән.
32. Целы сани, а лошади пропали.

33. Байлыҡ – бер айлыҡ, аҡыл – мәңгелек.
Богатство на час, а ум – до веку.

34. Белмәү ғәйеп түгел, белергә теләмәү ғәйеп.
Незнание – не порок, а нежелание знать – порок.

35. Беләге бар берҙе йығыр, белеме бар меңде йығыр.
Рукой победишь одного, а головой тысячи.

36. Ете тапҡыр үлсә, бер тапҡыр киҫ.
Семь раз отмерь, один раз отрежь.

37. Йомарт ҡулға мал керер.
Рука дающего не оскудевает.

38. Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын.
Не имей сто рублей, а имей сто друзей.

39. Йәйге көн йыл туйҙыра.
Летний день год кормит.

40. Кисеүҙә ат алмаштырмайҙар.
На переправе коней не меняют.

41. Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй.
Глаза стращают, руки делают.

42. Күмәкләгән яу ҡайтарған.
Мир охнет, так лес засохнет.

43. Ҡайҙа ла бер ҡояш.
Куда ни кинь, всюду клин.

44. Ҡайҙа ла бер ҡояш.
Куда ни кинь, всюду клин.

45. Ҡалған эшкә ҡар яуа.
Оставил на завтра, пиши пропало.

46. Ни сәсһәң, шуны урырһың.
Что посеешь, то и пожнешь.

47. Тамыры ныҡ ағас оҙаҡ йәшәй.
Каков корень, таков и отпрыск.

48. Улым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла.
Сыну говорю, а невестка слушай.

49. Халыҡ теле – хаҡлыҡ теле.
Слово народа – слово правды.

50. Хәрәкәттә - бәрәкәт.
Хочешь жить – умей вертеться.
417

Оставить сообщение: